Өфөлә «Үҙенсәлекле балалар» хәйриә фонды эшләй башлауға 7 йыл

Өс тиҫтәнән ашыу фонд хеҙмәткәрҙәре, төрлө йүнәлештәге белгестәр, тәжрибәле табип-реабилитологтарҙа реанимация бүлектәрен үткән сабыйҙар дауалана. Сәләмәтлегендә төрлө етешһеҙлектәр булған балаларҙың хәлен еңеләйтеү, мөмкинлектәре сикләнгәндәр исемлегенә инмәүҙәре өсөн абилитация ыңғай һөҙөмтә бирә тип билдәләй белгестәр.

Ваҡытында күрһәтелгән адреслы ярҙам ауыр сирҙәр менән яфаланыусы балаларҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа ата-әсәләрҙә лә өмөт сатҡылары уята. 200 көндән ашыу абилитациялау хәйриә фондының күләмле программаларының береһе. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған нейростудия Европа талаптарына яуап бирә. Үҙәктә һәр балаға айырым мөнәсәбәт булдырыла һәм комплекслы медицина ярҙамы күрһәтелә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ