Башҡортостанда ит малсылығы буйынса инвестиция проекты сиктәрендә һуғым цехы эш башланы

Яңы производствола мал һуйыу һәм ит турамаларын һаҡлау өсөн кәрәкле бүлмәләр ҡаралған. Бөгөн комплекста 1200 баш мал аҫрала. Проект планына ярашлы, мал башын 9 меңгә еткереү бурысы ҡуйыла. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Борай районындағы малсылыҡ комплексында бар эштәр ҙә яйға һалынған. Мал аҙығы ла ваҡытында килтерелеп, үгеҙҙәргә таратып бирелә. Тармаҡта 30 йылдан эшләгән Роберт Зиннуров әйтеүенсә, эш шарттары камиллашыу менән бергә һәр баш мал өсөн яуаплылыҡ та арта.

Иҫке Бикмәт ауылы эргәһендәге Борай beef комплексына 2019 йылда нигеҙ һалына. Ошо ваҡыт эсендә хужалыҡ сит ил тәжрибәһе нигеҙендә 9 мең баш самаһы малға иҫәпләнгән махсус майҙансыҡ төҙөүгә ирешкән. Инвестиция күләме 150 миллион һум тәшкил итә.

Туҡланыу рационы мал үҫкән һайын үҙгәреп тора. Малды һимертеүҙә ниндәйҙер химик матдәләр ҡулланылмай. Мал аҙығы тик урында етештерелгән ауыл хужалығы культураларынан әҙерләнә.

Бөгөн хужалыҡта 1 мең 200 баш үгеҙ малы иҫәпләнә. Быҙау сағынан ике йәшкә тиклем аҫыралғандан һуң, улар һатыуға, йә һуғым цехына оҙатыла. Бер аҙна элек эш башлаған производство аша көнөнә тиҫтәләп мал үтә.

Һуғым цехы көнөнә ун баш малды тотоноуға иҫәпләнгән. Сменаны арттырған хәлдә 18 башҡа тиклем арттырыу мөмкинлеге бар. Әлегә эштәрҙе көйләү бара.

Денис Игнатьев, «Борай Beef» хужалығы етәксеһе

Үгеҙ малына күрше төбәктәрҙән дә ихтыяж ҙур. Бөгөн мәҫәлән, малдар ике Камазға тейәлеп Ырымбур өлкәһенә оҙатылды.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ