Башҡортостанда быйыл 4 ҙур инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла

Республика кимәлендә үткән инвестиция кәңәшмәһендә белдерелеүенсә, Иглин районында 1 мең 200 һыйырға иҫәпләнгән малсылыҡ фермаһы булдырыла. Бының өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола. Стәрлебаш районында ҡошсолоҡ фабрикаһы яңыртыла. Ҡош итен етештереүҙе арттырыу маҡсаты ҡуйыла Тағы бер инвестиция проектына ярашлы, Көйөргәҙе районында шифахана төҙөлә. Бының өсөн миллиард ярым һум тотонола. Кәңәшмәлә ҡаралған йәнә бер проект буйынса Өфө ҡалаһында мәктәп һәм офистар өсөн мебель етештерелә башлай.

Фото №1 - Башҡортостанда быйыл 4 ҙур инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ