Башҡортостанда үлемесле авариялар кәмей

"Росавтодор" етәксеһе Роман Новиков Башҡортостанда үлемесле аварияларҙы кәметеү буйынса башҡарылған эштәргә яҡшы баһа бирҙе. Уҙған йылда беҙҙең республика аша үткән федераль трассаларҙа фажиғәләр 48 процентҡа кәмегән. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, төбәк һәм район-ара юлдарға ла иғтибар бирелә. Йыл һайын проблемалы трассаларҙы ремонтлауға өҫтәмә аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Быйыл 4 миллиард һум ҡаралған.

Фото №1 - Башҡортостанда  үлемесле авариялар кәмей
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ