Республикала “Айыҡ ауыл” конкурсын үткәреү ваҡыты үҙгәрҙе

Ярыш положениеһына индерелгән үҙгәрештәр хөкүмәттә раҫланған. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. Хәҙер конкурстың төбәк этабы 1 августан 30 ноябргә тиклем үткәрелә. Республика этабы 1 декабрҙән 30 апрелгә тиклем ойошторола. 2021 йылда ярышта 54 район һәм 1 мең 537 ауыл ҡатнашты. Ике мең самаһы спорт сараһы, тамаша һәм конкурстар уҙғарылған. Башҡортостан башлығы ҡарары буйынса, конкурстың приз фонды 30 тапҡыр арттырылды һәм 40 миллион һумға етте. Төп приз 6 миллион һум. Ул “Ҙур ауылдар” номинацияһында еңеүсегә тапшырыла.

Фото №1 - Республикала “Айыҡ ауыл” конкурсын үткәреү ваҡыты үҙгәрҙе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ