Сауҙа рәттәре иртәнге сәғәт 9-ҙа асыла, көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем эшләй. Баш ҡалала Дим биҫтәһендә, Спорт һәм Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда етештереүселәр продукцияһын һата. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, йәрминкәләр бөгөн, иртәгә һәм йәкшәмбе 30-ға яҡын ҡала һәм районда ойошторола.







