Прокуратура баш ҡалала ике баланы үлтереү осрағын тикшереүҙе контролгә алды

Асыҡланыуынса, бөгөн төндә ир кеше 13 һәм 7 йәшлек ике малайын бысаҡ менән сәнскеләй һәм үҙ үҙенә ҡул һала. Балаларҙың әсәһе 10 йәшлек ҡыҙы менән ҡасып ҡотола. Фатир күршеләре әйтеүенсә, ваҡиға төнгө дүрттәр тирәһендә теркәлә.

Прокуратура бәлиғ булмағандарҡа ҡағылышлы ҡануниәттең үтәлешен, профилактика менән шөғөлләнеүсе оргаН дар эшмәкәрлеген тикшерәсәк. Бынан тыш тәфтиш барышын да контролгә ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ