Сколково инновациялар үҙәге белгестәре Өфөлә йәш эшҡыуарҙар менән осрашы

Сколково инновациялар үҙәге белгестәре Өфөлә йәш эшҡыуарҙар менән осрашып уларҙың проекттарын баһаланы. Студенттар әҙерләгән стартаптарҙың байтаҡ өлөшө инвесторҙар ярҙамы менән тормошҡа ашырыласаҡ тип билдәләнде. Йәштәр тәҡдим иткән эшҡыуарлыҡ проекттарын финанслау өсөн махсус дәүләт программалары ҡаралған. Студенттарҙың башланғыстарын ғәмәлгә ашырырға ярҙам иткән физик шәхестәргә 50 процентҡа тиклем ташлама алырға була.

Өфөлә стартаптарға төплө иғтибар бүленә һәм беҙҙең проект уңышҡа өлгәшер тип ышанабыҙ. Кешеләргә сәләмәт туҡланыу ҡағиҙәләре буйынса әҙерләнгән аҙыҡ-түлек йөрөтөү хеҙмәттәрен тәҡдим итәбеҙ. Дөрөҫ туҡланған осраҡта граждандарҙың йәшәү ваҡытын ун йылға тиклем арттырып буласаҡ.

Даниил Гадзовский, Сәләмәт туҡланыу менән бәйле проект авторы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ