Мал ҡышлатыу яуаплы осор. Аҙыҡ сифаты һәм ҡураларының төҙөклөгө бөйрәкәйҙәрҙең имен ҡышлауына булышлыҡ итә. Баймаҡ районы Янғаҙы ауылынан Юлай Тимербулатовтың фермер хужалығы өсөн оҙон ҡыш та һыуыҡтар ҙа ҡурҡыныс түгел.
2012 йылдан алып Юлай Тимербулатов крәҫтиән фермер хужалығын етәкләй. Малсылыҡ, үҫемселек тармағында уңышлы эш алып бара. Әле малдарҙың быҙаулау осороноң әүҙем мәле. 70 башҡа яҡын эре мөгөҙлө мал аҫрала, шуларҙың 16-һы һауыла. Һуңғы бер нисә йыл дауамында килгән ҡоролоҡ фермерҙар өсөн ауыр булды. Шул сәбәпле бик күптәр мал һанын ҡыҫҡартты. Уҙған йылдың уңышлы килеүе мал аҙығын етерлек кимәлдә туплау мөмкинлеге булдырҙы.
Зоотехник һөнәре булған Юлай Тимербулатов абердин‐ ангусск тоҡомло малдарға күсергә иҫәп тота. Бөгөн һауынсылар табыуы ауырға тура килә, шуға күрә ит тоҡомло һыйырҙар үрсетеү отошло булыр, -ти ул.
Ике тармаҡтыла алып барған йүнсел хужаға йыл әйләнәһенә ял юҡ. Әле яҙғы сәсеү эшенә әҙерлекте башлағандар. Техника ремонтлайҙар, сәсеү орлоҡтарын таҙарталар. Быйылғы йылға ла ауыл эшсәндәренең өмөттәре ҙур.
Раушания Рәхимова






