Ишембайҙа март айында дүртенсе теген фабрикаһы асыла

Алға махсус иҡтисади биләмәһе резиденты «Заспорт» компанияһы унда, спорт кейемдәре һәм экипировка тегеүҙе яйға һаласаҡ. Ойошмала 300 яңы эш урыны асыла. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.

Ятаҡхана алыҫ урынлашҡан ауылдарҙан, йә райондарҙан килеүселәргә тәғәйенләнә. Төҙөлөш майҙанында эш гөрләй, фабриканы асыуға бер айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡалған. Тантаналы көн 4 мартҡа билдәләнгән. Бөтә йыһаздар һатып алынған, объект тапшырылғас та улар килтерелә. Иң мөһиме- коллектив туплайһы бар.

Кадрҙар буйынса проблема бар. Беҙ уны республика Хөкүмәте кимәлендә хәл итәбеҙ. Хеҙмәткәрҙәр әҙерләү буйынса уҡыуҙар ойошторола. Ишембайҙа ундан ашыу, Стәрлелә 7 кеше уҡып йөрөй.

Александр Жирнов, «Заспорт» компанияһы башҡарма директоры

Яңы предприятие махсус эш кейеме тегеүгә ҡулайлашҡан «Аркада» фабрикаһы янында ғына. Хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеү буйынса ниндәйҙер конкурентлыҡ булыуы ихтимал, ә бына продукция төрлө. Яңы цехта спорт кейеме тегеләсәк.

«Заспорт» компанияһы Рәсәй йыйылма командаһын кейендерә. Туҡыма Төркиә, Ҡытай, Үзбәкстандан һатып алына. Фирма магазины Өфөлә була.

Эшкә килеүселәргә уңайлы шарттар, социаль пакет, эш хаҡы - бөтәһе лә яҡшы ойошторола. Заманса теген машиналарында олимпия спортсыларына кейем тегеү өсөн квалификациялы кадрҙар кәрәк һәм беҙ уларҙы бергә әҙерләйбеҙ.

Ленара Иванова, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

«Заспорт» компанияһы вәкилдәре Ишембайҙың Йәштәр һарайында эш эҙләүселәр менән осрашыу уҙғарҙы. Һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирҙе. Йыйылышҡа башлыса халыҡ мәшғүллегендә иҫәптә тороусылар килгән. Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары менән онлайн бәйләнеш ойошторолдо.

Эш көнө иртәнге һигеҙҙән көндөҙгө бишкә тиклем. Ҡалаға ауылдарҙан йөрөүселәрҙе предприятие автобусы барып аласаҡ.

Фабрикала эшкә урынлашырға теләүселәр уҡытыу курстарына яҙылды. Бөтөнләй тегә белмәгәндәрҙе лә өйрәтеү бушлай ойошторола.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ