Урындағы халыҡ спорт бәйгеләрендә ҡатнашып, төркөмдәргә бүленеп көс һынашты. Ярыштарҙа башҡорт милли уйындарына ла иғтибар бүленде. Ауыл халҡын берләштергән сарала ҡатнашыусыларҙың етеҙлеген, отҡорлоғын жюри ағзалары күҙәтеп, мәрәйҙәр менән билдәләне. Тулыраҡ, БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Күгәрсен районы Бикбулат ауылында үткән “Күңелле старттарға ”урындағы халыҡ дәррәү ҡушылды. «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендәге бәйгелә Атайҙар ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр ойошмалары, ҡоролтай ағзалары төркөмдөргә бүленеп эстафетала көс һынашты. Ярышта ҡатнашыусыларҙың етеҙлеген, отҡорлоғын жюри ағзалары күҙәтеп, мәрәйҙәр менән билдәләне.
Айыҡ аң, яҡты күңел менән һуғарылған бәйгелә дуҫлыҡ еңеп сыҡты тип әйтергә була. Эстафетала ҡатнашыусылар аралашып, тәжрибә уртаҡлашты, көс-дәрт тупланы. Дөйөм мәрәйҙәр буйынса иң йәш быуын вәкилдәре - Кесе ҡоролтай командаһы беренсе урынға сыҡты.
Саф һауала ойошторолған бәйгелә ҡатнашыусылар Таяҡ тартыу, суҡмар һуғыу, уҡ атыу, ағас киҫеү, тарт-эт уйындарын уйнап көс һынашты.»Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендәге ярыштар төбәк район-ҡалаларында артабан да ойоштороласаҡ тип көтөлә. Конкурстың приз фонды 40 миллион һум тәшкил итә. Был сумма төрлө номинацияла еңеүсе биләмәләр араһында бүленә.
Флорида Ким,






