Өфөлә йәшәүсе Карышыевтар үҙҙәре йәшәгән йортта махсус операциялағы һалдаттар өсөн шәмдәр эшләй

Карышевтарҙың балалар бүлмәһе бәләкәй оҫтахананы хәтерләтә. Йорт хужабикәһе Регина ҡыҙҙары Сафия, Әлисә менән шәмдәргә ҡатырғанан фитиль ҡуйып, уларҙы бер-береһенә беркетә. Ғаилә ағзалары был сауаплы эште ял көндәре башҡара. Әлеге ваҡытта бер партия продукция етештереп алғы һыҙыҡҡа халыҡ фронты 220 майшәм оҙатҡандар.

Ғаилә менән хәрбиҙәргә ярҙам. Өфөлә йәшәүсе Карышыевтар үҙҙәре йәшәгән йортта махсус операциялағы һалдаттар өсөн шәмдәр эшләүгә тотонған. Уларҙың оҫтаханаһында беҙҙең ижади төркөм дә булды. Шәм етештереү хаҡында ентекләберәк хәбәрсебеҙ Гүзәл Борханова.

Карышевтарҙың балалар бүлмәһе бәләкәй оҫтахананы хәтерләтә. Йорт хужабикәһе Регина ҡыҙҙары Сафия, Әлисә менән шәмдәргә ҡатырғанан фитиль ҡуйып, уларҙы бер-береһенә беркетә. Ғаилә ағзалары был сауаплы эште ял көндәре башҡара. Әлеге ваҡытта бер партия продукция етештереп алғы һыҙыҡҡа халыҡ фронты 220 майшәм оҙатҡандар.

Ҡалай тыштарына йылы һүҙҙәр яҙылған хат-сәләм дә йәбештерелә. «Ышаныслы тыл» ирекмәндәре сафында Карышевтарҙың балалары окоптарҙа ҡулланыу өсөн майшәмдәр тышына хәбиҙәрҙе ҡеүәтләгән һүҙҙәр йәбештерә.

Ғаилә башлығы Константин Карышев аш бүлмәһендә. Плитәлә майшәмдәр өсөн махсус суйында парафин иретеү менән мәшғүл. Ҡалай эсенә ҡойоласаҡ парафин сәләмәтлек өсөн хәүефһеҙ. Карышевтар аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә ҡулланылған парафинды файҙалана.

Беҙгә эшебеҙҙә балаларыбыҙ ҙа ихлас ярҙам итеүенә шатбыҙ. Беҙҙең шәмдәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарыбыҙ рухын нығытһын, еңеүгә ышаныс бирһен.

Халыҡ фронтының «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» проекты Башҡортостан халҡын бер маҡсатҡа берләштерә. Олоһо-кесеһенең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам йөҙөнән йыйылған посылкалары хәрбиҙәргә тапшырыла. Был майшәмдәр яҡтыһынан блиндаждар йылынып, һалдаттарыбыҙҙың кәйефтәре күтәреләсәк.

Был шәмдәр йылыһы һәм яҡтыһы 6 cәғәткә иҫәпләнгән. Карышевтар ғаиләһе етештергән шәмдәрҙе яндырып йылынырға, ашарға әҙерләргә, яҡтыртыу өсөн ҡулланырға мөмкин. Ғаилә ял көндәрендә йөҙәрләгән дана шәм етештереү менән мәшғүл.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ