«Башсельхозтехника» машина технологиялары компанияһы етештереү майҙандарында ауыл хужалығы техникалары капиталь ремонт һәм яңыртыу үтә. «Башсельхозтехника» 60 йылдан ашыу төбәк хужалыҡтарын юғары етештереүсәнле техника менән тәьмин итә. Бөгөн компания Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең эре техника етештереүселәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
Тиҙҙән МТЗ маркалы ике яңы трактор республика аграрийҙары автопаркын тулыландырасаҡ. Улар «Башсельхозтехника»ның етештереү майҙансығында йыйыла. Тәжрибә күрһәтеүенсә, улар оҙаҡ хеҙмәт итә, ҡулланыусыларға тәҡдим ителгән субсидиялау программаһы иҫәбенә күпкә арзаныраҡ та...
Капиталь ремонт һәм ауыл хужалығы машиналарын модернизациялау, йыһазландырыу менән предприятиеның Шишмә районы филиалында ла шөғөлләнәләр.
Техника, агрегаттарҙы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү өсөн барлыҡ ресурстар һәм мөмкинлектәр эшкә егелгән. Шул уҡ ваҡытта «Башсельхозтехника» предприятиеһына белгестәр һәр ваҡыт талап ителә.
«Башсельхозтехника»ның пландары ҙур. Бөгөндән үк 15 марттан 24-нә тиклем предприятие майҙанында уҙасаҡ ауыл хужалығы техникаларының биш тармаҡлы күргәҙмәһенә әҙерлек тулы ҡеүәтенә бара.






