Радий Хәбиров: "Башҡортостанда һөтсөлөккә ярҙам була"

Һөтсөлөк - стратегик  тармаҡ. Башҡортостанда уға  ярҙам буласаҡ.  Радий Хәбиров шулай  тип белдерҙе. - Һөт, һөт продукцияһы кеше өсөн иң кәрәкле ризыҡтарҙың береһе. Республикала ер, хеҙмәт ресурстары мөмкинлектәре ҙур. Иҡтисади шарттарҙа иҫке, һөҙөмтәһеҙ фермалар юҡҡа сыға. Һөт етештереү заводтары өсөн сеймал ҙур, заманса фермаларҙа етештерелә. Һөт башҡа  төр аҙыҡ-түлек менән сағыштырғанда ысынлап та стратегик булып тора, дәүләт, шул иҫәптән Башҡортостан уны етештереүгә булышлыҡ итәсәк. Ҙур күләм, яҡшы  хаҡ,  яҡшы  сифат булырға тейеш, - тине Радий Хәбиров.

Фото №1 - Радий  Хәбиров: "Башҡортостанда  һөтсөлөккә  ярҙам була"
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ