Республика Башлығы был турала Йәрмәкәй районында үткән кәңәшмәлә белдерҙе. “Цехтар йылына 1 миллион тонна сеймал етештереү ҡеүәтенә эйә. Улар иһә республиканан 480 мең тонна ғына алған. 120 меңе күрше төбәктәрҙән килтерелгән. Беҙ сеймалдың 60 проценты менән генә тәьмин иткәнбеҙ. Ҡалған өлөшөн ҡаплау беҙҙең төп бурыс. Район хакимиәте башлыҡтары малсылыҡ тармағындағы проекттарға булышлыҡ итергә тейеш. Был эште әүҙем алып барыу мөһим”, - тине Радий Хәбиров.




