“Башҡорт ихаталары” программаһы апрелдә башлана

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 206 ихата тәртипкә килтерелә. Әле ремонт өсөн яуаплы подрядсыны һайлау өсөн конкурс бара. Дөйөм йорт йыйылышында фатир хужалары дизайн проекты өсөн тауыш бирә. Биләмәлә мотлаҡ балалар һәм спорт майҙансыҡтары, автомобилдәр ҡуйыу өсөн урын булыуы, тротуарҙарға һәм юлға асфальт түшәлеүе, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү ҡуйылыуы шарт. Ремонт өсөн 3 йыл гарантия бирелә.

Фото №1 - “Башҡорт ихаталары” программаһы апрелдә башлана
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ