Быйыл Башҡортостанда булған янғындарҙың төп сәбәбе иҫерек килеш тәмәке тартыу, төҙөк булмаған электр приборҙарын ҡулланыу. Ғинуар айында ғына 40-ҡа яҡын кешенең ғүмере өҙөлгән. 500-ҙән ашыу янғын булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров шулай тип белдерҙе.







