Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә хәрби комитет ойошторолдо

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Рәсәй геройҙары, адмиралдар, генералдар һәм ветерандар комитеты ойошторолдо. Комитет сығышы менән Башҡортостандан булған хәрбиҙәрҙе берләштерә. Уны булдырыу башланғысы менән геройҙар менән осрашыу барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһағайны. Республика үҙенең яугир яҡташтары менән дан тота. Улар бөтә төр ғәсҡәрҙәрҙә лә хеҙмәт итә.

Комитет тулы хоҡуҡлы вәкиллектә эшләп килгән ветеран офицерҙар клубы нигеҙендә ойошторолдо. Бөгөнгө шарттарҙа бындай ойошманы эшмәкәрлеге айырыуса көнүҙөк. Был тәү сиратта йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, дәүләт һәм ҡораллы көстәр структуралары менән һөҙөмтәле бәйләнеш булдырыу өсөн мөһим.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ