Йәрмәкәй районының Семен-Макар ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башлаған

Яңы медицина учреждениеһындағы шарттар менән төбәккә эш сәфәре барышында Республика башлығы ла ҡатнашты. Заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты медицинаның тәүге звеноһын модернизациялау программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан 3 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән.

Ауылда 40 йылдан ашыу фельдшер булып эшләгән Әлфиә Байкова әйтеүенсә, элекке бина тау башында урынлашҡан, уңайлы шарттар булмаған. Семен-Макарҙа 200-ләп кеше йәшәй, өлкән быуын вәкилдәре лә, балалар ҙа байтаҡ. Яңы объектта уларға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеп буласаҡ, ти ул. Радий Хәбиров дарыуҙар тәьминәте, шарттар менән ҡыҙыҡһынды, уңышлы эшмәкәрлек теләне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ