Ишембай районында ремонттан һуң балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһе асыла

«Ғаилә» көньяҡ район- ара үҙәге приюты йыл ярым тирәһе ябылып торғандан һуң яңынан ишектәрен аса. Был ваҡыт эсендә 1989 йылғы бинаға тулыһынса капиталь ремонт үткәрелгән. Ҡаҙанлыҡ, инженер селтәрҙәре, ишектәр, түшәм яңыртылған. Иҙән яңынан түшәлгән, стеналар буялған һәм һәр бүлмәлә һүрәт төшөрөрлгән. Йыһаздар яңынан һатып алынған. Бөтәһе 14 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.

Бәләкәй генә реабилитация үҙәге тип әйтергә мөмкин. Ул танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Республика резерв фонды, субсидия ,эшҡыуарҙар һәм хәйриәлек аҡсаһына яҡшы ремонт яһалған. Әлбиттә, беҙҙең белгестәр ғаилә менән һөйләшеү, психологик эш алып бара, әммә иң яҡшыһы- сабыйҙарҙың бында эләкмәүе.

Ленара Иванова, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

Социаль учреждениела егерменән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Бында ауыр тормош хәлендә ҡалған, имен булмаған ғаиләләрҙең балалары ваҡытлыса йәшәй. Егерме урынлыҡ приютҡа өс йәштән 18 йәшкәсә сабыйҙар һәм үҫмерҙәр ҡабул ителә. Ведомствонан белдереүҙәренсә, республикала социаль приютта йәшәүсе балалар һаны 400 тирәһе, был һан йылдан-йыл кәмей.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ