Премьера бөгөн Өфөлә “Родина” кинотеатрында үтә. Тамашаға килгәндәрҙе уйындар, ҡыҙыл келәм, фотоға төшөү, фильм ҡарау, ижад төркөм һәм блогерҙар менән күңелле осрашыу көтә. Сериалда балалар һәм өлкәндәр араһындағы мөнәсәбәттәр, ғаилә ҡиммәттәре темаһы сағылыш таба. Төп ролдәрҙе башҡарған ҡыҙҙар Розалия Аҙнаева һәм Фатима Сынбулатова үҙ геройҙары менән таныштыра.
“Уйынсыҡ түгел” телесериалы премьераһы киске 6-ла башлана. Инеү ирекле, билет урынына яратҡан уйынсығыңды күрһәтергә кәрәк.







