Башҡортостан ауылдарында 65 йәштән өлкәндәрҙе бушлай дауаханаға алып баралар

Республикала махсус мобиль бригадалар булдырылған. Был турала социаль селтәрҙә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова яҙа. Бөгөнгә  ошондай ысул менән 1 мең 455 ауылда 8 меңдән ашыу кеше хеҙмәтләндерелгән. 300 кешегә өйҙәрендә медицина ярҙамы күрһәтелгән. - Өлкәндәрҙе дауаханаға табип саҡырыуы буйынса мобиль бригадалар алып килә.  Исемлекте  медицина ойошмаһында төҙөйҙәр, - ти Ленара Иванова. Статистика буйынса Башҡортостан ауылдарында 65 йәштән өлкән 240 меңдән ашыу кеше йәшәй.

Фото №1 - Башҡортостан ауылдарында 65 йәштән өлкәндәрҙе бушлай дауаханаға алып баралар
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ