Белорет районының Оло йылға ауылында йәштәр һәм балалар ҡоролтайы эш башланы. Улар тәүге эш кәңәшмәһендә ойошманың рәйесен һәм урынбаҫарын билдәләп, ағзалар ҡабул итте. Был ике ойошма үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә булып, бер йүнәлештә эшләйәсәк. Район хакимиәте белгесе Эльза Мөхәмәҙиева һөйләй.
Оло йылға ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп, 180 мең сертификатҡа лайыҡ булған. Улар республика этабында район данын яҡларға йыйына.







