Баймаҡта капиталь ремонттан һуң Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы файҙаланыуға тапшырылды

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҡыу йортонда ыңғай үҙгәрештәр һөнәри белем биреүҙе модернизациялау йылы сиктәрендә башҡарылды. Яңыртылған: уҡыу корпустары һәм оҫтаханалар, ашхана һәм спортзалы, электр системаһы. Хәҙер Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы тулыһынса заман талаптарына яуап бирә.

Ремонттан һуң уҡыу йортон тантаналы асыу сараһында Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова,республиканың һөнәри әҙерлек үҙәге директоры Кира Ғәлләмова, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты.

1975 йылда Баймаҡта 29-сы һөнәри-техник училище булараҡ үҙ эшмәкәрлеген башлаған уҡыу йорто 1984 йылда 105 се һөнәрселек училищеһы,артабан иһә һөнәрселек лицейы, унан Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы булараҡ үҙгәртелә. Белем усағы республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә ауыл хужалығы,сәнәғәт өлкәһендә кәрәкле белгестәрҙе әҙерләп сығарыусы абруйлы уҡыу йорто.

Әле колледжда 14 йүнәлеш буйынса 387 студент белем ала.Һөнәр алған йәш белгестәргә хеҙмәт баҙарында ихтыяж ҙур. Уҡыу йорто яңырыуҙан һуң үҙ эшмәкәрлегенә тағы ла яңы маҡсаттар һәм мөһим бурыстар билдәләне.

Альбина Байегетова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ