Федераль Статистика хеҙмәтенең төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, балалар өсөн ит консерваларының хаҡы 3 ярым процентҡа түбәнәйгән. Туңдырылған балыҡ, ыҫланған һәм бешкән колбаса, ҡарабойҙай ярмаһы, икмәк, арзанайған. Хаҡы төшкән продукттар исемлегендә шулай уҡ ҡаймаҡ, маргарин, һыйыр майы, һыйыр ите, дөгө, һөт, шәкәр, печенье, сыр һәм йомортҡа бар.
Йәшелсә-емештәр киреһенсә, бер ни тиклем ҡиммәтләнгән. «Аҙыҡ-түлек һәм хужалыҡ тауарҙарының хаҡын даими күҙәтәбеҙ. Улар нигеҙһеҙ үҙгәргән осраҡта, мәғлүмәт контроль органдарға ебәрелә, тейешле саралар күрелә», - тип белдерҙе Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.



