Радий Хәбиров медицина учреждениеларын интернет селтәренә тоташтырыу бурысын ҡуйҙы

Киләһе йылда Башҡортостандың барлыҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттарындала ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса документ бирелә башлай. Был турала Радий Хәбиров бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Министрлыҡ, ведомстволар етәкселәре ҡатнашлығындағы һөйләшеүҙә шулай уҡ ирекле батальондарға ярҙам, йорттар, юлдар төҙөлөшө, авариялар һанын кәметеү хаҡында ла һүҙ барҙы. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Алғы һыҙыҡтағыларға гуманитар ярҙам, матди түләүҙәр темаһы һәр оператив кәңәшмәләге төп темаларҙың береһе. Был юлы Башҡортостан башлығы ирекле батальондарҙа 6 ай хеҙмәт иткән егеттәргә аҡсалата түләүҙәр хаҡындағы ҡарарҙы иғлан итте.

Тағы бер мөһим мәсьәләләрҙең береһе урындарҙа тәүге медицина ярҙамынының сифатын күтәреү. Фельдшер-акушерлыҡ пункттары заман талаптарына яуап бирергә, халыҡ өсөн уңайлы ерҙә урынлашырға тейеш.

Радий Хәбиров медицина учреждениеларын интернет селтәренә тоташтырыу бурысын да ҡуйҙы. Был ерле халыҡҡа ваҡытылыса эшкә яраҡһыҙылыҡ ҡағыҙын да урында юллау мөмкинлеге бирә.

Үткән йылда Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөш буйынса рекордлы күрһәткес теркәлгән. Йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында 9 меңгә яҡын кеше субсидия алған, дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 3 миллиард һумға яҡын. Радий Хәбиров социаль объекттар төҙөлөшө өсөн бүленгән финанслауҙы ла һөҙөмтәле һәм үҙ ваҡытында ҡуланнырға ҡушты.

Үткән йылда авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы ла арттырып үтәлгән. Барлығы 41 күп ҡатлы йорт файҙаланыуға тапшырылған.

Шул уҡ ваҡытта республикала юлдар һалыу, төҙөкләндереү эше лә дауам итә. Радий Хәбиров авариялар күп теркәлгән юлдарҙың реестрын төҙөү һәм улар буйынса эш башлау бурысын да ҡуйҙы.

Юлдар торошона, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә иғтибарҙы арттырыу үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Статистика мәғлүмәттәре аварияларҙың һәм һәләк булыусыларҙың кәмеүен күрһәтә.

Оператив кәңәшмәлә юл-транспорт фажиғәләре тураһында ла һүҙ барҙы. Былтыр республика юлдарында 3 мең 441 авария теркәлгән, уларҙа 409 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был алдағы йыл менән сағыштырғанда 15 процентҡа аҙыраҡ. Федераль ҡарамаҡтағы автомобиль трассалары буйынса күрһәткес тағы ла юғарыраҡ. Юл транспорт фажиғәләрендә һәләк булыусылар ике тапҡырға тиерлек кәмегән. Республика башлығы был йүнәлештәге эшмәкәрлекте артабан да дауам итеү бурысын ҡуйҙы.

Рәмзиә Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ