Сараға урындағы халҡынан тыш, районыдың төрлө ауылдарынан боҙ өҫтөндә балыҡ ҡармаҡларға яратыусылар йыйылды. Бәйгелә егермеләге кеше көс һынашты.
Ярыш башланыу менән балыҡсылар йылғала мәке тишеп, балыҡ ҡармаҡлау өсөн урын әҙерләй. Был эшкә айырым ваҡыт бүленгән, шуға бәйгеселәр тиҙлек менән эш итә.
Күптән балыҡ тотоу - ир-егеттәрҙең генә шөғөлө тигән фекерҙә. Фестивалдә да ҡатнашыусылар улар менән килешмәй. Бәйгеселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар.
Урындағы Ташлы йылғаһында ҡыҙылгүҙ, сабаҡ, ҡыҙылғанат һәм башҡа төрлө балыҡтарҙы осратырға мөмкин. Был тирәлә үҫеп тә, балыҡ ҡармаҡларға яратмаған кеше һирәктер. Ул ҡапһын өсөн, айырым оҫталыҡ кәрәк. Орск ҡалаһынан Ғилман Билалов үҙ алымдары менән уртаҡлашты. Әйткәндәй, фестивалдәге тәүге балыҡ уның ҡармағына ҡапты.
Йыр-бейеү менән үрелеп барған Балыҡсылар фестивале йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. Сараны үткәреүгә Әбүбәкер ауылы халҡы ҙур көсө һалған. Боҙҙан эшләнгән Өмөтбай балыҡсы менән Ташлы йылғаһы аша эшләнгән аҫылма күперҙең биҙәлеүе сараға айырыуса матурлыҡ өҫтәне.
Бәйгеселәр ярышҡан мәлдә ауыл халҡы ҡайнар сәй, милли аҙыҡтарҙан өҫтәл әҙерләне.
Ҡышҡы һалҡында өшөмәҫ өсөн коньки, саңғы шыуҙы, гармун моңдарына бейене.
Балыҡ ҡармаҡларға яратыусылар өсөн һалҡын ҡыш та кәртә була алмай. Әбүбәкерҙә үткән фестиваль быға асыҡ миҫал. Сара һуңында еңеүселәр билдәләнде.
Лилиә Мәҡсүтова






