Тәтешле рәйонында урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса спорт майҙансыҡтары төҙөлә

Яңы Тәтешле ауыл биләмәһендә мәктәп һәм балалар баҡсаһы эшләп килә. Балалар йыл әйләнәһенә күп. Ауыл уртаһынан оло юл үтә. Йәш быуынға хәүефһеҙ урында спорт менән шөғөлләнеү, уйнау өсөн майҙансыҡ кәрәк. Проект буйынса ул мәҙәниәт йорто янында буласаҡ. Проект хаҡы 1 миллион ярым һум.

Ҡоҙаш ауыл биләмәһендә лә балаларҙың ялын ойоштороу мәсьәләһе хәл ителә. Үрге Ҡоҙаш ауыл биләмәһендә 220 бала һәм үҫмер иҫәпләнә, йәйге каникул мәлендә был һан икеләтә күбәйә.

Аҡсәйет ауылы биләмәһендә лә халыҡ унда ҡатаншып балалар өсөн майҙансыҡ төҙөргә ниәтләнгән. Еремйә ауылында балалар һаны аҙ, әммә улар һау- сәләмәт үҫһен өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу мөһим, ти урындағылар.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ