Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында балалар приюты төҙөкләндерелде

Ҡаҙанлыҡ, инженер селтәрҙәре,  ишек һәм түшәм яңыртылған. “Хәҙер приютты бәләкәй реабилитация үҙәге тип атарға була. Республика резерв фонды, субсидия, эшҡыуарҙар һәм  хәйриә  аҡсаһына яҡшы ремонт яһалды. Бина матурланды. Әммә иң яҡшыһы - сабыйҙарҙың бында эләкмәүе”, - тип белдерҙе Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Социаль учреждениеға ауыр тормош хәлендә ҡалған, имен булмаған ғаиләләрҙә үҫкән балалар урынлаштырыла. Ведомствонан белдереүҙәренсә, республикала 400 самаһы бала социаль приютта йәшәй. Был һан йылдан-йыл кәмей.

Фото №1 - Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында балалар приюты төҙөкләндерелде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ