Юллама буйынса килеүселәр ғәҙәттән тыш хәлгә тарыһа +7 -499- 678-12-03 һандарына шылтырата ала. Үҙ аллы сәфәр ҡылып ер тетрәү арҡаһында ҡазаға тарыусылар өсөн +7- 495-695-45-45 һандары бар. Төркиәлә аҙна аҙағына тиклем матәм иғлан ителде. Ер тетрәү арҡаһында меңәрләгән кешенең ғүмере өҙөлдө.







