Орлоҡ барлана, яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашлама туплана, техника ремонтлана. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылда 3 мең 223 техника алынған. Бының өсөн 13 миллиард һумға яҡын аҡса тотонолған. - Техниканы яңыртыу дауам итә, яҙғы эштәргә ышаныслы әҙерлек бара, тине ведомство етәксеһе Илшат Фәзрахманов.




