Бөгөн Башҡортостандың беренсе президентына 89 йәш тулған булыр ине. Өфөлә Мосолман зыяратына Мортаза Рәхимовты иҫкә алырға килгәндәр араһында уның тормош иптәше Луиза Ғәлим ҡыҙы һәм туғандары, дәүләт эшмәкәрҙәре булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров Мортаза Рәхимов исемен мәңгеләштереү буйынса саралар менән таныштырҙы. Указ киләһе аҙнала әҙер була.








