Бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа 89 йәш тулған булыр ине

Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн ошо уңайҙан Өфөнөң мосолмандар зыяратында ерләнгән шәхестең ҡәберенә сәскә һалды. Башҡортостандың беренсе Президентының тормош иптәше Луиза Рәхимова менән әңгәмә барышында Радий Хәбиров, Мортаза Рәхимовтың исемен мәңгеләштереү тураһындағы указ проекты әҙер булыуын хәбәр итте. Документта күп саралар ҡаралған. Радий Хәбиров Луиза Рәхимоваға указ проекты, Өфөлә ҡуйыласаҡ һәйкәл эскизы менән танышыуын, Мортаза Рәхимовтың исемен мәңгеләштереү сараларын бергә кәңәшләшеп хәл итеү кәрәклеген билдәләне. Баш ҡала урамдарының береһенә Мортаза Рәхимовтың исемен бирергә булдыҡ, Уның исеме беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәр тип белдерҙе

Радий Фәрит улы. Луиза Рәхимова иғтибар өсөн Башҡортостан башлығына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Мортаза Ғөбәйҙулла улының исемен яңы урамға биреү бик аҡыллы фекер, сөнки ниндәйҙер урамдың атамаһын алмаштырыу ҙур сығым һәм унда йәшәүсе халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар килтерә тине Башҡортостандың беренсе президентының тормош иптәше.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ