Республикала ауыл һәм ҡала биләмәләрен үҫтереүгә, тормош шарттарын яҡшыртыуға 5 миллиард һум аҡса бүленә Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 122 йәмәғәт биләмәһен тәртипкә килтереү ҡарала. Уңайлы ҡала мөхите булдырыуға йүнәлтелгән Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән 6 проектты тамамлау планлаштырыла. «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса, 200-ҙән ашыу йорт алды төҙөкләндерелә. Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт уҙғарыла, урамдарға яҡтыртҡыстар ҡуйыла.






