Импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән проект УМНИК программаһы грантына лайыҡ булған. Юғары уҡыу йорто студенттарының ошо һәм башҡа ҡаҙаныштары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Килтерелгән һөттөң составына тәүҙә лабораторияла анализ яһала. Май, аҡһым, һыу, углеводтар составы тикшерелә. Сыр әҙерләү өсөн аҡһым 3, май күләме 3,4 процент тирәһе булырға тейеш. Университетта сыр етештереү бүлегендә һынау үткәреү өсөн шарттар ҡулайлы. Бында һыйыр һөтөнән 16 төр сыр бешереү яйға һалынған. Әсетке әҙер булғас та кәзә һөтөнән етештерелә башлай. Составына үҫемлек орлоҡтары ла ҡушып уны мөмкин тиклем файҙалы итмәксе студент. Яңы асыш өсөн УМНИК программаһы буйынса Фирүзә Мөхәмәтйәнова 500 мең һум грант отҡан. Киләсәктә уға патент алыу күҙаллана.
Был экзотик йәнлектәр питомнигы федераль грант иҫәбенә булдырылған. Донъяның төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе кеҫәртке, йыландар бергә тотола. Еләк йыйғанда беҙ урманда күреп ғәҙәтләнгән кеҫәртке түгел, ул эублефар тоҡомло. Кемдер өйөндә бәләкәй сағынан бесәй аҫырарға яратһа, Аделия беҙҙең яҡҡа ғәҙәти булмаған йәнлектәрҙе үрсетергә хыялланған. Яратҡан шөғөл аграр университет студентына тәүге миллионын алып килгән. Ул «Студент стартабы» федераль гранты еңеүсеһе.
Аспирант Әлиә Шәмсетдинова заводтарҙың тирә-яҡ мөхиткә зыянын кәметеү өҫтөндә эшләйәсәк. Уның был йүнәлештәге проекты 1 миллион һум грант отҡан.
Юғары уҡыу йортоноң йәш белгестәре республикаға кәрәкле һәм файҙалы булырҙай проекттар өҫтөндә эшләй һәм быйыл да төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашырға иҫәп тота.
Рәмилә Исмәғилева



