Башҡортостанға ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр бөгөн хәрби операция биләмәләренә оҙатылды

Александр Достовалов һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон яугирҙары, шулай уҡ яраланғандан һуң дауалау курсы үткән ир-егеттәр 10 тәүлек тыуған ерендә ял итте. Улар өсөн республиканан бүленгән махсус транспорт егеттәрҙе алып барып, киләһе төркөмдө ялға алып ҡайтыр тип көтөлә. Хушлашыу мәленән Лилиә Мәҡсүтова репортажы.

Хәрбиҙәр юлға сығыр алдынан сафҡа теҙелеп, исемлек тикшерелә. 10 тәүлеккә ялға ҡайтҡан яугирҙар барыһы ла урында, бары тик яраланған ҡайһы бер ир-егеттәр дауаланыуын дауам итә. Ирекле батальон хәрбиҙәрен яҡындары, ғаиләләре оҙата. Юлға сығыусыларҙың кәйефтәре яҡшы, хушлашыу минуттары еңел түгел, әммә хәрби бурысты лайыҡлы үтәргә кәрәк.

Ирекмәндәр араһында аталы-уллы хәрбиҙәр ҙә бар. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальонда хеҙмәт иткән атай бөгөн улын оҙата. Үҙенә 50 йәш тулыу сәбәпле, ул демобилизацияланған.

Үҙ ирке менән атайсалын яҡлаған ир-егетәрҙе хәрби операция биләмәһенә алып барыу өсөн республика тарафынан транспорт бүленгән. Яугирҙар хеҙмәттәштәре янына буш ҡул менән бармай, улар яҡындарынан күстәнәс, төрлө йәмәғәт ойошмалары тарафынан йыйылған гуманитар ярҙам алып бара.

Яугирҙарҙы хәрби операция биләмәләренә алып барған транспорт киләһе төркөм егеттәрҙе ялға алып ҡайтыр тип күҙаллана. Яҡындарын оҙатыусыларҙың теләге бер - ҡәҙерле кешеләре имен-һау әйләнеп ҡайтһын.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ