Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре төбәк ҡаҙнаһын 13 миллиард ярым һумға тулыландырған

Был турала ведомство етәксеһе Наталья Полянская үткән йыл һөҙөмтәләренә арналған коллегия ултырышында белдерҙе. Килем 2021 йыл менән сағыштырғанда, 8 миллиард һумдан ашыуға күберәк. Һандарҙың артыуы хужаһыҙ ерҙәрҙе бүлеү вәкәләттәрен урындағы үҙидаралыҡтарҙан республикаға тапшырыу тураһындағы закон индереүгә лә бәйле. Ошо ҡануниәт нигеҙендә генә ҡаҙнаға 4 миллиард һумдан ашыу аҡса ингән.

Республика башлығы Радий Хәбиров киләһе йылға министрлыҡ алдына тағы ла юғарыраҡ бурыстар ҡуя. Тәү маҡсат файҙаланмай ятҡан ерҙәрҙе әйләнешкә индереү һәм ауыл хужалығы майҙандарын инвентаризациялау. Төбәк башлығы әйтеүенсә, һәр гектар ер ҡулланышта балырға тейеш. Шулай уҡ дәүләт предприятиеларын хосусилаштырыуҙы ла йәнләндереү талап ителә. Ләкин идара итеү формаһын үҙгәртеү уйланылған һәм коллективҡа зыян килтерелмәй закон нигеҙендә башҡарылыуы шарт. Радий Хәбиров ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре йәһәтенән алда тағы ла амбициоз бурыстар тороуын билдәләне.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ