Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостан үҙенең көслө академик һәм университет йолалары, билдәле фәнни мәктәптәре, уларҙың юғары һөҙөмтәлелеге менән дан тота. Республика Төбәктәрҙең фәнни-технологик үҫеше Милли рейтингының тәүге бишәү иҫәбенә инә, тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Донъя кимәлендәге Евразия фән һәм мәғариф үҙәгенең дә уңыштары байтаҡ. Ойошма нигеҙендә «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженер мәктәбе эш башлаған. Бөгөн төбәктә вуз-ара кампус төҙөү, университеттар эшмәкәрлегенә финанс ярҙам йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Республика башлығы Башҡортостандың фәнни-технологик йүнәлешен алға этәреүсе ғалимдарға фәнгә тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерҙе.




