Өфөлә Төркиәлә ер тетрәү арҡаһында зыян күргәндәр өсөн гуманитар ярҙам туплана

Башҡортостан Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева социаль селтәрҙә ошо турала белдерҙе. “Төркиәнең Башҡортостандағы Почетлы консулы Рөстәм Дәүләтов баш ҡалалағы эшҡыуарҙар менән берлектә ярҙам әҙерләй. Әйберҙәрҙе ҡабул итеү пункты “Эврен” кафеһы янында урынлашҡан. Бөгөн унда көн дауамында тағылма арбалы автомобиль тора. Бәйләнеш телефоны: +7 (917) 404-49-01. Өфө һәм республика халҡы йылытҡыстар, йылы юрған, ҡышҡы кейем, йоҡо тоҡтары, термос һәм пауэрбанктар тапшыра ала. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Төркиәлә һәләк булғандар һаны 7 меңдән ашты. 40 меңдән ашыу кеше яраланған. Илдә 12 февралгә тиклем матәм иғлан ителде.

Фото №1 - Өфөлә Төркиәлә ер тетрәү арҡаһында зыян күргәндәр өсөн гуманитар ярҙам туплана
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ