Кинокартина Белоруссия биләмәһендә фашист ҡамауынан 200-ҙән ашыу йәһүдте ҡотҡарыусы Благовещен районы вәкиле Николай Киселев тураһында бәйән итә. Тиҫтә йылдар дауамында геройҙың батырлығы халыҡ өсөн билдәһеҙ була. Бөгөн партизандың исемен мәңгеләштереү буйынса күләмле эштәр алып барыла. Геройҙың яҡташтары менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина аралашты.
1942 йыл. Политрук Николай Киселевҡа Беларусь биләмәһендә фашист ҡамауында ҡалған йәһүдтәрҙе фронт һыҙығына алып сығыу бойороғо бирелә. Төркөм хәүефһеҙлек маҡсатында тик төндә генә хәрәкәт итә. 300-гә яҡын кеше, шуларҙың 30-ҙан ашыуы балалар, өлкән йәштәгеләр ҙә байтаҡ. Юлда аяҡ кейемдәр таушала, күптәр аяғына силғау урай. Яралар уңалмай, аҙыҡ запастары бөтә. Мең ярым саҡрым юлды ике айҙа үтәләр. Аслыҡтан һәм ауырыуҙан интеккән халыҡтың күбеһе дошман пуляһынан һәләк була.
Хәүефле урындарҙы тауышһыҙ үтеү шарт була. Төркөмдә балалар ҙа байтаҡ. Берта исемле бәләкәй ҡыҙ илай башлағас, халыҡ ата-әсәһенә сабыйҙан ҡотолорға тәҡдим итә. Баланы һыуға батырам тигәндә, Николай Киселев уны ҡулына алғас, ул тынып ҡала. Юл аҙағына тиклем партизан ҡулында барып, бала иҫән ҡала. Бөгөн был күренеш Благовещендағы геройға һәйкәлдә сағылыш тапҡан.
Ҡаты, әммә ябай һәм баҫалҡы. Тиҫтә йылдар буйына яҡташыбыҙ Николай Киселев батырлығы тарих төпкөлөндә юғала, исеме билдәһеҙгә әүерелә. Тик заманалар үҙгәрә, лайыҡлылар исеме яңынан ҡалҡып сыға. Советтар Союзы заманында яугирға рәсми рәүештә Герой исеме бирелмәй ҡала. Бөгөн яҡташтары был ғәҙелһеҙлекте хәл итергә тырышып, уға Рәсәй Геройы исемен тапшырыу тәҡдиме менән сығыш яһаған.
Геройҙың тыуған ауылы Богородскоела уның тураһында яҡты хәтер һаҡлаған музей ҙа эшләп килә. Уның фотоһүрәттәре, яҙылған хаттары, башҡа ҡиммәтле материалдар бөртөкләп йыйылған. Шәжәрәһе архив ярҙамында тергеҙелгән.
Николай Киселевтың батырлығы тураһында бер нисә документаль фильм төшөрөлгән. «Праведник» тип исемләнгән кинотаҫма - тарихи нигеҙҙә эшләнгән популяр рус актерҙары ҡатнашлығындағы тәүге нәфис фильм. Тормош һәм үлем сигендәгеләр һәм уларҙы ҡотҡарыусы тураһында фильмды ҙур экранда 16 февралдән ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина



