Күләмле сара Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә 10 февралгә тиклем дауам итә. Турнирҙа илдең 40 төбәгенән 320 спортсы 10 категория кәүҙә ауырлығы буйынса чемпион титулы өсөн көрәшә. Ҡатнашыусылар Рәсәйҙең спорт мастеры исеме нормативтарын да тапшыра.
Грек-рим көрәше Башҡортостанда 1926 йылдан алып үҫешә. Ошо ваҡыт эсендә Рәсәй, Европа һәм донья чемпиондары тәрбиәләнгән.Төбәктә Башҡортостан башлығы призына Кубок үткәрелеп килә.
Сараны асыу тантанаһында көрәш майҙаны батырҙары тәбрикләнде. Венер Ғәйнуллинға «Башҡортостан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены тапшырылды.



