Уҙған йылда енәйәттәр һаны 3 процентҡа кәмегән. Бөгөн Республика прокуратураһы ултырышында шулай тип белдерелде. Коррупцияға ҡаршы етди эш алып барыла. 5 меңдән ашыу закон боҙоу осрағы теркәлгән. 35 коррупционер иркенән мәхрүм ителгән. Бөгөн Республика Прокуратураһы ултырышында уҙған йылдағы эш һөҙөмтәләре барланды, яңы бурыстар билдәләнде.







