“Һин ултыртҡан муйыл”. Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова тураһында ошондай атамалы китап әҙерләнгән. Роза Сабирйән ҡыҙы ике йыл элек 8 февралдә вафат булды. Уның килене, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәзилә Салауатова әйтеүенсә, йыйынтыҡ йылы хәтирәләрҙән тора.
Роза Аҡкучукованың байтаҡ йырҙары халыҡ хитына әйләнде. Күп кенә әҫәрҙәре “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының алтын фондына индерелгән.







