Был эш Баймаҡ, Дәүләкән, Сибай, Күмертау, Благовещен һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында алып барыла. Бының өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола. Сумманың ҙур өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эштәр быйыл тамамланырға тейеш.







