Йәғни, күрһәткес короновирус пандемияһына тиклемге осор менән сағыштырғанда ла түбәнерәк. Табиптар ыңғай үҙгәреште медицина ярҙамы күрһәтеү сифатының күтәрелеүе менән бәйләй. Был тәңгәлдә Республика кардиология үҙәгенең йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефе менән идара итеү үҙәге тос өлөш индерә. Уның эшмәкәрлеге тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Гүзәлиә Балағотдинова Республика кардиология үҙәген икенсе ғүмер бүләк итте тип иҫәпләй. Тап ошо медицина учреждениеһы табиптары 2011 йылда уның йөрәгенә операция яһай. Гүзәлиә Нәсибулла ҡыҙы әле тағы бер операцияға килгән. Тик был юлы Өфөгә әҙерлек еңел үткән, бар консультация, диагностика онлайн рәүештә барған. Пациент Ҡариҙелдән тура госпитализацияға оҙатылған.
Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары киң таралған сирҙәрҙең береһе. Элек халыҡҡа алыҫ райондарҙан да медицина тикшереүе үтеү, дауаланыу курсы тәғәйенләү өсөн Өфөгә, Республика кардиология үҙәгенә йөрөргә тура килә. Хәҙер иһә заман технологиялары араларҙы яҡынайтыу мөмкинлеге биргән. Урындарҙа кардиологтар тикшереү үткәрә һәм һөҙөмтәләрҙе баш ҡала табиптарына күрһәтә. Үҙәктә операция кәрәкме икәне йәки дауалау процедуралары билдәләнә.
Медицина учреждениеһындағы йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефе менән идара итеү үҙәге 3 йыл элек ойошторолған. Ул заманса технологиялар менән йыһазландырылған һәм бынан республиканың бар муниципаль берәмектәренә бәйләнешкә сығырға мөмкин. Кардиологтар йыл һайын урындағы табиптар менән 4 мең консультация уҙғара, 2 меңгә яҡын пациентты онлайн ҡабул итә. Шудай уҡ табиптар ҡатмарлы операциялар үткәргән пациенттарҙы күҙәтеү аҫтында тота. Йыл һайын бында 7 мең тирәһе эхокардиограмма ҡабул ителә.
Хәүеф менән идара итеү үҙәге мәғлүмәттәрҙе тәүлек әйләнәһенә ҡабул итә. Табиптар әйтеүенсә, яңы система урындарҙа медицина хеҙмәтләндереүе сифатын күтәреүгә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осраҡтарын кәметергә булышлыҡ итә. Иң мөһиме был Өфөнөн ситтә урынлашҡан төбәктәр өсөн уңайлы, уларға консультация артынан алыҫ йөрөргә кәрәкмәй.
Рәмзиә Кәримова



