Башҡортостандан дүрт аяҡлы ҡотҡарыусы - Торин ҡушаматлы эт “Мой ласковый и нужный зверь” халыҡ-ара премияһына дәғүә итә. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров:
“Бордер-колли Торин беҙҙең комитеттың авария-ҡотҡарыу хеҙмәтендә эшләй. Ул юғалған кешеләрҙе эҙләй. Торин - Башҡортостанда ҡотҡарыусы булып рәсми хеҙмәт иткән берҙән-бер эт. Ул ныҡ яуаплы, ысын ярҙамсы һәм ысын халыҡ геройы. Шуға ла кешеләр именлеге өсөн хеҙмәт иткән эт өсөн тауыштарҙы йәлләмәйек. Тауыш биреү премия сайтында ойошторолған. Бының өсөн Номинанттар бүлегенә инергә, 14 һаны аҫтында торған Торин өсөн тауыш ҡалдырырға була. Тауыш биреү мөмкинлеге сикләнмәгән. Торинды хуплайыҡ! Батыр һәм һөйкөмлө этте еңеүсе итәйек!”
Торин өсөн ошондай тауыш бирергә була: https://www.dobrovserdce.ru/
Тауыш биреү 20 февралгә тиклем бара.
Бөгөн Торин Башҡортостан ирекмәндәре менән бергә Төркиәгә юлланды. Ул ер тетрәү арҡаһында зыян күргәндәргә ярҙам итеүҙә ҡатнаша.







