Был спорт төрө беҙҙең илдә үтә лә популяр. Күп кенә ойошма, предприятиеларҙың волейбол командалары бар. Беҙҙең компания хеҙмәткәрҙәре лә волейбол менән шөғөлләнә. Һәүәҫкәр спортсылар – “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре Альберт Рамазанов, Ленария Ямалетдинова һәм БСТ телеканалының волейбол командаһы капитаны Наил Юнысов:
Беҙҙең телерадиокомпания “Юлдаш” каналы волейбол командаһы капитаны, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә йыл һайын волейбол Кубогы үткәрә. Быйыл ярышты майҙа ойоштороу ҡарала.




