Башҡортостанда Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан үткәрелгән саралар планы раҫланды

22 февралдә республикала хәрбиҙәргә бүләктәп тапшырыла. «Торатау» конгресс-холында тантаналы йыйылыш уҙғарыла. 23 февралдә Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, шулай уҡ Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскә һалына. Республиканың район һәм ҡалаларында ла Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан тантаналы йыйылыштар үткәреү ҡарала. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы, Ҡораллы көстәр ветерандары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың тол ҡатындарын тәбрикләү сараһы ла уҙғарыла.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ