Баймаҡ спортсыларына яңы мөмкинлек. Ҡаланың «Труд» стадионында бокс залы сафҡа инде. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн - иркен һәм яҡты зал, хәүефһеҙ келәмдәр. Төҙөкләндерелгән Труд стадионында бокссылар өсөн талаптарға тура килгән майҙансыҡ файҙаланыуға тапшырылды. Өр-яңы рингта алыш тәүге үҙ көсөн һынаған спортсылар араһында үтте.
Баймаҡ районында боксҡа ҙур иғтибар бүленә, был спорт төрө менән шөғөлләнергә теләүсе балаларҙың һаны йылдан йыл арта. Республика, Рәсәй кимәлендә ҙур уңыштарға өлгәшеп,спорт мастеры дәрәжәһенә еткән тәрбиәләнеүселәр байтаҡ. Был иһә тренерҙарҙың тәжрибәле һәм үҙ эштәренә яуаплы ҡарауҙары хаҡында һөйләй.
Әле ҡалала 130 - ға яҡын бала бокс түңәрәгенә йөрөй. Быға тиклем улар барыһы ла «Баһадир» физкультура һауыҡтырыу комплексында урынлашҡан залда шөғөлләнде. Яңы майҙансыҡтың булдырылыуы иһә спортсыларға уңайлы шарттарҙа шөғөлләнеү өсөн мөмкинлек бирәсәк.
Раушания Рәхимова



