Дәүләкән районында Ауылпиада уйындары үтте

«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған сарала райондың 16 ауыл биләмәһе ҡатнашты. Ярыш барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.

Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Рәхимә Мораҙымова ҡышҡы ауылпиада ярыштарында йәштәрҙән ҡалышмай. Элекке биология уҡытыусыһы сәләмәт тормош яҡлы. 80 йәшлек ханым йәш быуынға әүҙемлек өлгөһө булып тора.

Ауылпиада «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Соколовка ауылында үтте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сарала ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта. Ярыштар йәйгеһен дә уҙа. Район халҡы саңғы ярыштарында, ҡышҡы волейбол, арҡан тартыу, алыҫлыҡҡа һикереү кеүек ярыштарҙа көс һынашты. Хоккейҙа иһә Иҫке Көрмәнкәй йыйылма командаһы иң көслөһө булып сыҡты.

Быйыл Соколовка ауыл советы «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабында еңеүсе тип танылған. Былтыр Иҫке Көрмәнкәй ауылы интернет тауыш биреүҙә махсус бүләккә лайыҡ булған. Субсидия аҡсаһына спорт инвентарҙәре менән йыһазландырылған уйын майҙансығы төҙөлгән.

Соколовка ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» конкурсында 2016 йылдан ҡатнаша. Әлеге ваҡытта улар республика этабына әҙерләнеп, еңеү яуларға ышана.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ